Бала-саҡ – уйнап, көлөп үҫер саҡ
25 март Байназар ауыл моделле китапханаһы балаларҙа башҡорт халыҡ ижадына һөйөү уятыу маҡсатында 1-се класс уҡыусыларын (етәксеһе Гәлиуллина Айгөл Әнүәр ҡыҙы) “Бала-саҡ – уйнап, көлөп үҫер саҡ” исемле уйын сараһына саҡырҙы. Кисә Т. Кусимова, С. Биҡҡолованың “Башҡорт исемдәре” китабы буйынса “Исемең нимә аңлата?” тигән уйын сәйәхәте менән башланды. Артабан С. Муллабаевтың “Олатайым йомаҡ ҡоя” исемле китабы буйынса балалар менән йомаҡ ҡойҙолар һәм “Донъя әҙәбиәте хазиналары: кластан тыш уҡыу китабы”н бүләк иттелар. “Йәшерәм яулыҡ”,” Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Бесәй һәм сысҡан” уйындары китап уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде.
+1