Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әкиәт иленә сәйәхәт

27 март Аҫҡар ауыл китапханаһында балалар китабы аҙналығы сиктәрендә, яҙғы лагерға йөрөүсе башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” исемле мауыҡтырғыс сара үткәрелде. Кескәйҙәр баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер икәненә ысынлап төшөндөләр. Улар әкиәттәр буйынса төрлө һорауҙарға яуап таптылар, кроссворд , йомаҡтар систеләр, ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар. Был күңелле сарала балалар ысынлап та әкиәттәр яратыуҙарын, китаптар менән дуҫ булыуҙарын күрһәттеләр.

+1