Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әҙәби осрашыу кисәһе үтте

20 декабрь Байназар ауылында һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһелдәре: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы; шағирә, драматург, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич премия лауреаты Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы; башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағҙаһы Сәғитов Рәсүл Хәсән улы; район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы; башҡорт шағиры, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ағзаһы Ғәрифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы; уҡытыусы, шағир, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Гәлләүтдинов Сәрүәр Әбүталип улы; сәсәниә Һырлыбаева Гүзәл Әбдрәзәк ҡыҙы; Аетбаева Зәйтүнә Шәһит ҡыҙы, Тимергәлиев Булат Самат улы, Фәйзуллин Мөнир Абдулла улы Байназар мәктәбе уҡыусылары һәм махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәргә әүҙем ярҙам итеүсе ауылдаштарыбыҙ менән күркәм осрашыу кисәһе үтте. Сара беҙҙең ҡаһарман уландарыбыҙ Карағолов Хәкимйән Вил улы һәм Кинйәкаев Инсур Вәли улдарының “Батыр Парталары” менән танышыуҙан башланып китте. Артабан ҡунаҡтар мәктәптең акттар залында үҙҙәренең ижадтары менән таныштырып, шиғырҙарын һөйләп, әүҙем ҡатнашыусыларға ҡултамғалары менән китаптар бүләк иттеләр. Рәсүл Хәсән улының гармун уйнауы, Гүзәл Әбдрәзак ҡыҙының гармунға ҡушылып йырлауы осрашыуға йәм һәм дәрт өҫтәне. Әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашып күңелебеҙҙе байытып, илһамланып, киләсәктә лә әҙәби осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.

0