Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡорт теле көнө билдәләнде

14 декабрь башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан Ғәлиәкбәр ауылы китапханаһында тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтереүсе “Әлләсе” интеллектуаль өҫтәл уйыны үтте. Уйында ағинәйҙәр һәм йәштәр командалары көс һынашты. Улар туған телдә яҡшы аралашыу ғына түгел, туған әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ буйынса тәрән белемле ҡатнашыусылар икәнлеген дә күрһәттеләр. Башҡорт телен белеү, отҡорлок, тапҡырлыҡ, зирәклек талап иткән был уйында йәштәр командаһы еңеүсе булды. Уйын бик күңелле, сәмле барҙы һәм барыһыныңда күңеленә хуш килде. Уйында ҡатнашыусылар күтәреңке кәйеф менән таралыштылар.

0