Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китап уҡыусылар конференцияһы үтте

Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай – әсәй, олотай -өләсәйҙәребеҙ. Атай- әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн, бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреү маҡсатында 14 декабрь Байназар ауыл китапханаһында Тайфур Сәғитовтың “Иман” әҫәре буйынса Байназар мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, “Өмөт” мәсетенең имам-хатибы Данияр хәҙрәт һәм ауыл халҡы менән берлектә фекер алышыу буйынса осрашыуға йыйылдылар. Кисәлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Карағолова Фәйрүҙә Хәмзә ҡыҙы китапҡа байҡау яһап, әҫәрҙәге төп геройҙарға характеристика биреп үтте. Данияр хәҙрәт үҙенең сығышында ҡатын- ҡыҙҙың, әсәнең бала тәрбиәләүҙә мөһим ролен аңлатты һәм балаларҙы ата-әсәгә ҡарата мәрхәмәтле, изгелекле булырға өндәне.

+1