Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Һәр сабыйҙың бар үҙ хоҡуғы

1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә ул 1990 йылда үҙ көсөнә инә. Конвенцияға ярашлы, бала төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашһын өсөн, ул ғаиләлә бәхет, мөхәббәт, бер-береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәгән мөхиттә үҫергә тейеш. Был документ буйынса һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
19 ноябрь Исламбай ауыл китапханаһында “Бала хоҡуҡтары” исемле хоҡуҡ сәғәте үтте. Китапханасы Әхмәтйәнова Флүзә Батыр ҡыҙы балаларҙы был документ менән таныштырып, һәр баланың белем алыуға, дауаланыуға, социаль ярҙам алыуға, ғаиләлә тәрбиәләнергә һәм башҡа күп хоҡуҡтары барығы тураһында һөйләне һәм, әлбиттә, бурыстар ҙа барлығын оноторға ярамағанлығын аңлатып китте. Һуңынан балалалар «Ҡайһы әкиәт геройҙарының хоҡуҡтары боҙолған?» уйын-викторинаның һорауҙарына яуап бирҙеләр.

+5