Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әкиәт иленә сәйәхәт

Әкиәттәр аша балаларҙың аң – фекерен үҫтереү, ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында, 16 сентябрь Байназар урта мәктәбенең мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн (тәрбиәсе Яманғолова Д.Б.) мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт ойошторолдо. Кескәй дуҫтарыбыҙға, Байназар ауыл моделле китапханаһы китапханасылары Р. Аетбаева һәм Г. Буранбаева Ҡадир Даяндың “ Эт үҙенә нисек хужа тапҡан ” исемле әкиәтен ҡысҡырып уҡынылар.Әкиәт буйынса ҡыҫҡаса әңгәмә лә ойошторолдо. Сара аҙағында кескәйҙәр “Самые волшебные сказки”, “Красная Шапочка”, Г.Ситдиҡова “Ҡолонсаҡ –арғымаҡ булыр бер саҡ”, Г. Йосопова “Һөйләшә белгән кәнфит” һәм башҡа бик күп китаптар менән таныштылар. Сара бик күңелле һәм йәнле барҙы.

+2