Йәй һәм китап
15 сентябрь район балалар китапханаһында “Йәй һәм китап” йәйге уҡыу конкурсын йомғаҡлап, бик матур сара ойошторолдо. Конкурсҡа йыйылған балалар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтте. Балалар район балалар китапханасылары Ишкинина Ләйлә Азат ҡыҙы һәм Кусеева Әҡлимә Ҡадир ҡыҙы әҙерләгән мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы квест уйында ҡатнаштылар. Сара аҙағында иң күп китап уҡыусы балаларҙы бүләкләп киттеләр. Был байрам сараһында балалар яңы дуҫтар табып, ихлас күңелдән аралашып, уҡыуға дәрт өҫтәп, бүләктәр алып ҡыуанышып ҡайттылар.
+1