Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шайморатов – беҙгә ватан төҫлө

26 август башҡорт иле батыры, тыуған илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән, 112 – се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман командиры, генерал – майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу айҡанлы, Яңы Мөсәт ауыл китапханаһы мәҙәниәт йорто менән берлектә балалар өсөн “Шайморатов – беҙгә ватан төҫлө” исемле хәтер сәғәте үткәрҙе. Китапханасы И. Юлбердина балаларға Миңлеғәле Минһаж улының тормош юлы һәм батырыбыҙ етәкселек иткән данлыҡлы 112 – се Башҡорт кавалерия дивизияһының барлыҡҡа килеү тарыхын, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне, “Легендар герой – халыҡ хәтерендә” исемле китап күргәҙмәһенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. “Башҡорт илен данлар ир ине” исемле викторина һорауҙарына ла балалар ихлас яуап бирҙеләр, Шайморатовтың “Алға! Салауат вариҫтары сигенеү белмәҫ” тип яугирҙәрен яуға күтәргән саҡта әйткән һүҙҙәре өсөн ғорурландылар.
Яңы Мөсәт ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Г.Саяхова “Батырымды һүрәтләйем” исемле һүрәт конкурсы һәм төрлө хәрәкәтле уйындар ойошторҙо.
Үҫеп килеүсе йәш быуын Шайморатов генерал тураһында мәғлүмәтле булыуы һәм уның яҡты иҫтәлеген күңел түрендә һаҡлауы менән беҙҙе бик ҡыуандырҙы.

+1