Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Миңлеғәле Шайморатов – Рәсәй геройы

27 август көнө Әтек ауылы китапханаһында Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман командиры, генерал-майор, легендар батырыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу айҡанлы батырлыҡ дәресе үтте. Сара ла уҡыусылар легендар геройыбыҙҙың тормошо, яу юлдары, «Дәһшәтле йылдар, батырҙар онотолмаҫ» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Артабан балаларға генерал һәм уның данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы тураһында документаль фильм күрһәтелде. Батырлыҡ дәресе “Шайморатов генерал йыры” менән тамамланды.

+1