Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала батырлыҡ дәресе үтте

Илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай.
Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”, – ти халыҡ. Дөрөҫ һүҙҙәр! Беҙ бер ҡасан да Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар бөгөнгө тыныс, матур тормош өсөн ҡорбан булған. Миңлеғәле Шайморатов һымаҡ, беҙ ҙә илебеҙҙе яратырға, ҡыйыу булырға тейешбеҙ. Ошо маҡсаттан 25 август Иҫке Мөсәт ауылы китапханаһында легендар герой, генерал -майор Минлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә ҡарата “Ат уйнатып алдан бара…”исемле батырлыҡ дәресе үткәрелде. Сара башында китапханасы Филиә Күсәпова генерал Шайморатовтың биографияһын, 112 -се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында һөйләне.Артабан балаларға генерал һәм уның данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы тураһында документаль фильм күрһәтелде. Балалар генерал Шаймортов тураһында китаптар менән таныштылар, күмәкләп “Шайморатов генерал” йырын да йырланылар. Сара саф һауала үткән “Беҙ-батырҙар нәҫеленән” исемле уйын программаһы менән тамамланды.

+1