Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Самауыр шыжлай, байрам гөрләй

19 август Ғәҙелгәрәй ауылында “Самауыр шыжлай, байрам гөрләй” исемле сара үтте. Самауырлы байрамда БР-ның мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы, Бөрйән районы Хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Тләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы ҡатнаштылар. “Йырлы самауыр” һәм “Ялҡынлы самауырҙар” командалары уйынға бик етди әҙерләнгәндәр. Уңған хужабикәләрҙең һый- ниғмәттәренән өҫтәл һығылып тора ине, төрлө самауырҙарҙан матур ғына күргәҙмә ойошторолдо. Байрам бик күңелле һәм йылы мөхиттә үтте. Сара һуңында бөтәһе бергәләшеп самауырҙар ҡуйылған сәй табыны эргәһенә йыйылды. Былтырғы йылда “Культура” милли проект рамкаһында Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнде. Мәҙәниәт йортон тантаналы асыуҙа Ә. И.Шафикова вәғәҙә иткән “Шүлгән” инструменталь ансамбленә ике мандолина бүләк итте. Яҡташыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!

+1