Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Беҙ бала саҡ илендә

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был көн йәмәғәтселеккә миһырбанлы, ғәҙел һәм имен йәмғиәт төҙөү өсөн балалар хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған. Байрам көндө балаларҙы һуғыш хәүефенән яҡлауға, физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.
Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнө тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген һаҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын – ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән – бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл һайын ойошторола башлай.
1 июнь, ошо яҡты, күркәм байрам сиктәрендә Ҡолғана ауылы китапханасыһы Вәлиева Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы мәктәп менән берлектә балалар өсөн “Беҙ бала саҡ илендә” исемле байрам сараһы үткәрҙеләр. Якупов Сәғит Мөхәмәтша улы уҡыусыларҙы ике командаға бүлеп күңелле эстафетала ярыштырҙы. Уҡытыусылар төрлө ярыштарҙа уйнатып балаларҙың күңелдәрен астылар. Китапханасы балаларҙы “Йомро икмәк” уйыны аша әкиәт доньяһында алып йөрөнө. Шулай уҡ уҡыусыларҙың йөйге ялдарын файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсатында “Бала – саҡ илендә” исемле китап күргәҙмәһенән китаптар таратылды. Ялан балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Халҡыбыҙҙың милли уйындарын уйнап, “ат ярыштарын”да ла ҡатнашып, ихлас күңел асты балалар. Байрамдан һәр бала бүләктәр, күңелле кәйеф алып таралышты.

+1