Насар ғәҙәттәрҙән арын
31 май Бөтә донья тәмәкенән баш тартыу көнө булараҡ билдәле. Рәсәй – тәмәке тартыусылар һаны буйынса алда барыусы илдәрҙең береһе. Әгәр ҙә донъя күләмендә халыҡтың 22 проценты тартһа, беҙҙең илдә йәшәүселәрҙең 40 процентын тәмәке тартыусылар тәшкил итә. Тәмәкенең организмға нисек насар тәҫир итеүен барыһы ла бик яҡшы аңлайҙар һәм беләләр. Ләкин хәҙер заманына күрә электрон тәмәкенең йәштәр араһында киң таралыу алыуы ҙур хәүеф тыуҙыра. Ошоно иҫәпкә алып мәктәп уҡыусылары араһында “Насар ғәҙәттәрҙән арын” исемле әңгәмә ойошторолдо. Ҡолғана ауыл фельдшеры Вәлиева Ғәлиә Ғайфулла ҡыҙы тәмәкенең, электрон тәмәкенең йәш организмға нисек насар тәҫир итеүе тураһында аңлатып һөйләп үтте, ә китапханасы Вәлиева Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы тәмәкенең зыяны тураһында мәғлүмәттәрҙән торған күргәҙмә менән таныштырҙы һәм уның тураһында һөйләп китте. Уҡытыусылар үҙ фекерҙәрен һәм тормоштан алынған ҡурҡыныс миҫалдар килтереп аңлатыу эштәре алып барҙылар. Әңгәмәбеҙҙең уҡыусыларға фәһемле мәғлүмәт булып барып етеүен һәм уларҙың насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуын теләп ҡалабыҙ.
+1