Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Талҡан байрамы үтте

18 апрель, Әтек ауылы китапханаһында Мәҙәни һәм рухи мираҫ йылына арналған “Талҡан байрамы” үтте. Байрамға 3- сө класс уҡыусылары, уҡытыусылары Байморатова Гөлгенә Сөләймән ҡыҙы һәм апайҙар, инәйҙәр саҡырылды.
Көнһылыу Сөләймәнова ҡул тирмәне, ҡурмас, ҡурмастан талҡан эшләү ысулдары, талҡандың килеп сығыу тарихы, шифаһы хаҡында һөйләне һәм ҡул тирмәнендә талҡан тартып күрһәтте. Ҡыҙыҡһыныусан балаларҙың да һәр береһе тирмән эшендә үҙ оҫталығын күрһәтте. Әлфирә Иманғолова – “Талҡан йәшәүгә көс бирә, сәләмәтлек өҫтәй. Уны ашаған бала яҡшыраҡ үҫә һәм тиҙ арып бармаясаҡ, фаст-фуд, гамбургер һәм шаурмаларға ҡарағанда, ул туҡлыҡлы һәм күпкә файҙалы “ – тип үткәрелгән талҡандан тиҙ арала тәмлекәстәр яһап, таратып бирҙе. Матур байрам күңелле аралашып, төрлө ысул менән (ҡаймаҡ, муйыл, һөт, шәкәрле һәм шәкәрһеҙ, һ.б.) эшләнелгән талҡанға, милли ризыҡҡа ҡушып сәй эсеү менән дауам итте. Артабан балалар “Милли ризыҡ – тәнгә шифа” исемле китап күргәҙмәһе янындағы әңгәмәнән һуң, “Йөҙөк һалыш”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк – күк тирөк” кеүек башҡорт халыҡ уйындары уйнатылды. Быуындар күсәгилешлегенең күркәм өлгөһөнә әйләнгән байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

+2