Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Хеҙмәткә дан йырлайбыҙ!

15 апрель Килдеғол балалар баҡсаһында Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына, Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған, 3 йәштән 6 йәшкә тиклем балалар араһында “Хеҙмәткә дан йырлайбыҙ!” исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Китапханасы Исҡужина Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы кескәйҙәр менән  “Һөнәрҙәр илендә” исемле әңгәмә ойошторҙо. Хеҙмәт, һөнәрҙәр тураһында бик йәнле генә  һөйләшеп алғандан һуң, конкурсты башлап ебәрҙеләр. Балалар бик матур  итеп шиғырҙарын  һөйләп күрһәттеләр.  Жюри һөҙөмтәне сығарғансы, һөнәрҙәр тураһындағы йомаҡтарға яуаптар эҙләнеләр.

Шулай итеп, Гран-прины Баязитова Алтынай яуланы, 1-се урынды Миндеғолов Алсын, Көмөшбаева Зилиә ,  2-се урынды  Яхина Виктория , 3-сө урынды Сөләймәнов Юлдаш, Билалов Тимербулат, Яхин Арсен алдылар. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып,  бүләкләп кителде. Афарин,  балалар!

+3