Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡорттарҙың милли кейеме

15 апрель Ҡолғана ауылы балалар баҡсаһында Милли кейем көнө айҡанлы халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналған, “Башҡорттарҙың милли кейеме” исемле әҙәби сәғәт үтте. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн боронғо башҡорт халыҡ кейемдәре, селтәр, ҡашмауҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләнелде. Якупова Розалия Бәшир ҡыҙы үҙенең башҡорт халыҡ кейемдәрен күрһәтеп, һөйләп үтте. Китапханасы Вәлиева Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халҡының кейемдәрен китаптан күрһәтеп китте. Ошо байрамды ойоштороуҙа ярҙам итеүсе балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Гөлфиә Рәмзи ҡыҙына һәм Резеда Райман ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

+2