Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мөғжизәле космос серҙәре

Элек-электән йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм күктең сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән. Бала саҡта зәңгәр күккә төбәлеп, кем генә Йыһанды иңләү тураһында хыялланманы икән! 12 апрель Аҫҡар ауыл китапханаһында Космонавтика көнө уңайынан башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Мөғжизәле космос серҙәре” исемле мауыҡтырғыс сара үткәрелде. Балалар был датаның ҡасан барлыҡҡа килеүен, тәүге тапҡыр йыһанға осоусы косманавт тураһында, йондоҙлоҡтар, планеталар тураһында белделәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштылар, һорауҙарға яуап таптылар. Сара барышында төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар,йыһан киңлектәре тураһындағы белемдәрен нығыттылар. Был күңелле сара барыһына ла бик оҡшаны.

+1