Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Урман — йәшәү сығанағы

22 март Исламбай ауыл китапханаһында Халыҡ-ара урман көнөнә арналған “Урман — йәшәү сығанағы» тип исемләнгән экологик сәйәхәт үтте. Китапханасы Әхмәтйәнова Флүзә Батыр ҡыҙы, тәбиғәттәге бар нәмәнең дә кәрәклеген, тәбиғәттең үҙ ҡанундары барлығын һәм уның ҡанундарына зыян килтереүҙең һәләкәткә алып барыуын аңлатып китте.
Алып барыусы балалар менән бергәләп “Нимә ул урман?”, “Урман беҙгә кәрәкме әллә кәрәкмәйме?”, ” Тәбиғәт ярҙамға мохтажмы?” һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләненәр һәм таптылар ҙа, сөнки, урман – һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә ул.

Сараның икенсе өлөшендә уҡыусылар төрлө туҡталыштар буйынса сәйәхәт иттелер: «Йәнлек эҙҙәре», «Дарыу үләндәре», «Сәскәләр донъяһы», «Бәшмәктәр батшалығында», «Урман ҡағиҙәләре». Балалар бер тауыштан тәбиғәтте һаҡлараға, ағастарҙы йыҡмаҫҡа, емеш -еләк йыйғанда ҡыуаҡтарҙы һындырмаҫҡа, ял итә сыҡҡанда сүп-сар ҡалдырмаҫҡа, усаҡ яҡмаҫҡа, ҡыҫҡаһы, оло байлығыбыҙҙы әрәм-шәрәм итмәҫҡә, бысратмаҫҡа кәрәклеген аңланылар. Кисәнен аҙағында уҡыусылар төрлө ағас япраҡтары төшөрөп, япраҡтарға үҙҙәренең изге теләктәрен яҙып, мең йәшәр ағасҡа йәбештерҙеләр.

0