Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ғүмерҙәрҙең гүзәл бер мәле

25 март Ҡолғана ауыл мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы, тыл һәм хеҙмәт ветераны Вәлиев Ирғәле Ҡотлоғәлләм улының оло, күркәм 90 йәшлек юбилейына арналған “Ғүмерҙәрҙең гүзәл бер мәле” исемле әҙәби – музыкаль кисә ойошторолдо. Кисәне күңелле, йөкмәткеле итеп мҙәниәт йорто художество етәксеһе Зөлфирә Ғәләмбай ҡыҙы алып барҙы. Ауылдашыбыҙҙы тәбрикләргә ауылдаштары, балалары, туғандары, ҡунаҡтар йыйылды. Кисәне асып Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы Ҡулбирҙин Илшат Мөхәмәт улы аҡһаҡалды ауыл хакимиәте исеменән ҡотланы һәм район хакимиәте тарафынан ҡотлап бүләктәрен тапшырып китте. Шулай уҡ ошо арала үҙенең күркәм юбилейын билдәләүсе хеҙмәт ветераны, Ирғәле Ҡотлоғәлләм улының килене, уҡытыусы Зилара Рәүф ҡыҙында ҡотлап ауыл хакимиәте исеменән бүләкләп үтте. Аҡһаҡалдың балалары ошо матур юбилейҙа аталарының һаманда шат, киң күңелле, теремек булыуына һоҡланып, уларға ҡалҡан булып йәшәүенә рәхмәттәрен әйтеп үттеләр. Кисә ауыл ҡатын ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән йыр – моң, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ошо матур күркәм юбилейҙа ҡатнашыусы барлыҡ ауылдаштарға Ирғәле Ҡотлоғәлләм улы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

0