Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шиғриәт донъяһында

21 март Әтек ауылы китапханаһында, Бөтә донья шиғриәт көнөнә арналған, “Шиғриәт донъяһында” исемле әҙәби кисә – бәйге үтте. Бәйгелә ҡатнашыусы егеттәр – ҡыҙҙар ике командаға бүленеп “Ижади оҫтахана”, “Күңелле рифмалар”, “Шиғыр яҙайыҡ, матур көйгә һалайыҡ”, “Авторы кем?” һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашып үҙҙәрен зирәклектә, тапҡырлыҡта һынанылар һәм ижади һәләттәрен күрһәттеләр. Кисәлә тәбиғәткә һөйөү ҙә, тормоштоң матурлығын күрә белеп дуҫ, татыу йәшәүгә өндәүсе шиғырҙар ҙа яңғыраны. Артабан йәштәр китап күргәҙмәһе һәм яҙыусы яҡташтарыбыҙ ижады менән танышты.
Кешелектең йәшәү дәүерендә кешеләрҙең күңелендә шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғырҙың фекерҙе теүәл, асыҡ әйтеп бирә торған һәр юлы һоҡландыра беҙҙе. Шиғыр ул кешене һәр яҡлап тәрбиәләй: һағыштарҙы тарата, йәшәүгә көс бирә.
Шиғриәт ул  -серле донъя,
Шиғриәт ул – татлы ғазап,
Шиғриәт ул – бар тәбиғәт,
Күңел күҙе ул – шиғриәт.
+1