Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

16 март Яңы Усман моделле ауыл китапханаһында 4 синыф уҡыусылары өсөн “Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” исемле изгелек дәресе үткәрелде. Китапханасы Эльвира Мәжитова уҡыусыларҙы Изгелек көнөнөң килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Балалар менән изгелек, игелек, әҙәплелек, мәрхәмәтлек тураһында бик йәнле һөйләшеү барҙы. Сөнки был сифаттар бер – береһе менән һәр ваҡыт йәнәшә йөрөй. Электән кешеләр яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылғандар, насарлыҡты күрә алмағандар. Һәр уйҙарын мәҡәлдәрҙә яҡтырта барғандар, мәҡәлдәр халыҡтың зирәклеген, аҡыллылығын күрһәтеп, күсә килә беҙҙең көндәргә ҡәҙәр килеп еткәндәр. Сара барышында уҡыусылар “Мәҡәлдәрҙе дауам ит” уйынын да уйнанылар.

Бер – беребеҙгә яҡшы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итеү, ул яҡшы эштәрҙен беренсе аҙымы. Китапханасы балаларҙы яҡшылыҡҡа өндәүсе шиғыр юлдары менән таныштырҙы, бергәләп яҡшы сифаттары булған әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрҙөләр, дуҫлыҡ, татыулыҡ тураһында ла һөйләштеләр. Һүгенеүҙең үтә алама ғәҙәт булыуы, 19 – сы быуатта һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланғандарҙы хатта язалауҙары, ул ваҡыттағы кешеләрҙең итәғәтле булыуҙары тураһындағы тарихҡа ла күҙәтеү яһап китте Эльвира Юлай ҡыҙы. Насар һүҙҙәрҙең тирә – яҡтағы кешеләргә тәьҫир итеүе, шуға ла тормошобоҙ йәмле, үҙебеҙ һау –сәләмәт булайыҡ, тиһәк, бер – беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген уҡыусыларға әҙ генә булһа ла аңлата алғандыр был сара. Изгелек дәресе “Изгелек сәскәһе” эшләү менән тамамланды.

+1