Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡорт халҡының боронғо уйындары

Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара тигәндәр. Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» һәм башҡа байрамдарҙа тап улар өсөн уйындар ойошторолған. Көндәлек тормошта ла сабыйҙарҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләнеүендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә уйындар ярҙамға килгән. Уйындар бала саҡтың алтын биҙәге бит ул!
Башҡорт халыҡ уйындары башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға өйрәтә. Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

16 март Иҫке Мөсәт ауылы китапханасыһы Күсәпова Филиә Йосоп ҡыҙы үҙ милләтеңә, теленә, уйындарына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Яңы Собханғол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө балалары менән “Башҡорт халҡының бороңғо уйындары” исемле сара үткәрҙе. Балаларҙы халыҡ уйындары аша физик яҡтан сыныҡтырыу, уларҙың сослоғон, тәүәкәллеген, һиҙгерлеген үҫтереү ҙә сараның маҡсаты булып торҙо. Китапханасы балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уйындары менән таныштырып үткәндән һуң тәрбиәләнеүселәр «Йөҙөк һалыш», «Наза», «Йәшерәм яулыҡ» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын рәхәтләнеп уйнанылар.

+1