Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Икмәк көнө билдәләнде

Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте оло баһаланған. Икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү—беҙҙең бурыс.

16 октябрь Икмәк көнө билдәләнә. Ошоно иҫәптә тотоп, Килдеғол ауылы балалар баҡсаһының сираттағы бер көнө нәҡ ил байлығына – икмәккә арналды, бай мәғлүмәтле асыҡ дәрес уҙғарылды. Китапханасы Исҡужина Н. балаларға икмәктең нисек үҫкәне, уның ниндәй ауырлыҡтар менән беҙҙең өҫтәлгә килеп эләгеүе хаҡында бәйән итте. Кескәйҙәр икмәк тураһында шиғырҙар менән таныштылар, йомаҡтар ҡойҙолар. Киләсәктә оло хеҙмәт емеше булған икмәкте улар тағы ла нығыраҡ ҙурлар, ҡәҙерләр тип ышанғы килә.

+2