Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Атайҙар көнө билдәләнде

17 октябрь – Атайҙар көнө. Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙә яңы байрам – Атай көнө барлыҡҡа килеүе хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк, тиелә рәсми документта.
Атайлы бала — арҡалы, ти халыҡ мәҡәле. Атаһынан яратылған ҡыҙҙар бәхетле, ә атайлы малайҙар ихтыярлы булып үҫә. Атай кеше — ул ғаилә именлеген һаҡлаусы. Шул уңайҙан, Бөрйән районы китапханаларында атайҙар көнөнә арналған төрлө саралар үтте.

Ғәҙелгәрәй ауылы китапханаһы мәктәп менән берлектә “Атай – ғаилә тотҡаһы” исемле сара үткәрҙе. Атайҙар һәм балалар төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. Сара күңелле үтте.

Байназар ауылында атайҙар көнөнә арналған бик матур сара үткәрелде. Был матур байрамды йәмләп Әйүпов Рәшит ағай улы Ирәндек менән Алтынбаев Вәдүт улы Ильяс менән үҙ-ара көс һынашты.

“Атайыма бүләк” исемле мастер-класс Ҡотан ауыл китапханаһында ойошторолдо. Китапханасы Гәҙелшина Э. балаларға үҙ хеҙмәтең, ҡулың менән эшләнгән бүләктең күпкә яҡшыраҡ булыуын аңлатты.

Килдеғол ауыл китапханаһы “Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе” исемле рәхмәт трибунаһы иғлан итте. Атайҙар көнө уңайынан һәр бер теләгән бала  атайҙары тураһында яҙып һәм ҡәҙерле кешегеһенең фотоһүрәтен ҡуйып, шиғыр, инша яҙа ала ине. Яҙмалар китапхана битләүенә ҡуйылды.

“Атай менән китап уҡыйбыҙ” онлайн – акцияны Әтек ауылы китапханасыһы Баймөхәмәтова Айгөл ойошторҙо. Акцияла ҡатнашыу өсөн балалар атайҙары менән китап уҡып ултырғанда төшкән фотоларын китапхана битләүенә ҡуйҙылар.

Яуымбай ауыл китапханаһы “Атайым ҡәҙерлем!” исемле фотофлешмоб ойошторҙо. Флэшмобта ҡатнашыу өсөн атайҙарының фотоһын йәки атайҙары менән төшкән фотоларҙы китапхана битләүенә ҡуйырға кәрәк ине.
Фотофлешмоб 17 октябрҙән – 25 октябргә тиклем дауам итә.

0