Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын

1 октябрь Ололар көнө уңайынан Исламбай ауыл китапханаһы, ауыл мәҙәниәт йорто менән бергә  «Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын»  исемле самауыр байрамы үткәрҙе. Маһира Бәшир ҡыҙы байрамды асып оло быуын вәкилдәрен байрам менән ҡотлап, байрамға килеүселәргә рәхмәтен еткерҙе һәм байрамдың төп өлөшөнә күсеп, самауырҙың ҡасан һәм ҡайҙа килеп сығыуы тураһында һөйләп китте. Самауыр, сәй тураһында тапҡыр һүҙҙәр, әйтемдәр, йомаҡтар әйтеп, байрамда ҡатнашыусыларҙы тапҡырлыҡта, зирәклектә һынап ҡараны. Артабан китапханасы Флүзә Батыр ҡыҙы, самауыр булғас сәйе лә эргәһендә тип, сәйҙәрҙең шифаһы, уларҙың төрлөлөгө тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. “Борон-борондан башҡорттар төрлө үләндәрҙән сәй ҡайнатҡан. Уларҙы дарыу урынына ла ҡулланғандар. Айырыуса, мәтрүшкәгә өҫтөнлөк биргәндәр”- тип, “Мәтрүшкә” йырын йырларға тәҡдим итте. Байрамға бер йәм, дәрт өҫтәп ебәрҙе кумәкләп башҡарған был йыр. Артабан һүҙ уңған хужабикәләргә бирелде, улар һәр береһе үҙенең алып килгән, ”биҙәнгән-төҙәнгән” самауыры менән таныштырҙы, тарихын һөйләне, шиғыр – таҡмаҡтарын әйтеп, өҫтәл өҫтөндә ҡупайып- ҡуҡрайып ултырған самауырға дан йырланылар. Айырыуса Резеда Яҡуп ҡыҙы алып килгән хәҙерге заман самауыры барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Байрам күңелле уйындар менән дауам итте. Байрамда ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды һәм “Иң оҫта самауырға дан йырлаусы” тип Сәғиә Хәмит ҡыҙы билдәләнде. Самауыр – беҙҙең тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Бер генә фольклор байрамы ла унан башҡа үтмәй. Киләсәктә лә ошондай байрамдар булып торһон, донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын тип таралышты апай-инәйҙәр. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

+1