Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Уңыш байрамы үтте

16 сентябрь Исламбай ауылы китапханасыһы Әхмәтйәнова Ф.,  мәктәп менән берлектә, йыл һайын ойошторолоп килгән «Уңыш байрамы»н үткәрҙе. Иң беренсе уҡытыусы Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы байрамды асып, уҡыусыларҙы ҡотлап, байрамдың маҡсаты тураһында әйтеп үтте. Артабан Исламбай мәктәбенең уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса етәксе урынбаҫары Венера Афзал ҡыҙы йәй буйы баҡсала тырышып эшләүселәр хаҡында һөйләп, иң-иңдәрҙе телгә алып, рәхмәтен еткерҙе. Китапханасы балалар менән төрлө уйындар ойошторҙо: улар көҙ миҙгеленә арнап бирелгән һүҙҙәрҙән шиғыр сығарҙылар, йомаҡ ҡойҙолар, мәҡәлдәрҙең дауамын әйттеләр, ҡыҙыҡлы һорауҙарға тапҡыр яуаптар ҡайтарҙылар.

Был күркәм сараға һәр уҡыусы үҙенсә матур, йөкмәткеле итеп әҙерләнгәйне. Өйгә эш итеп бирелгән «Иң үҙенсәлекле һын» һәм «Иң матур таж» конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Бөтәһе 24 уҡыусы үҙ эштәрен тәҡдим иттеләр. Улар бай фантазияларын эшкә егеп, емеш-еләктән, йәшелсәләрҙән, төрлө тәбиғи материалдарҙан: сәтләүек, тупырсыҡ, япраҡтарҙан төрлө һындар һәм таж эшләп алып килгәндәр ине. Баһалама ағзалары һәр уҡыусының эшенә ярашлы баһа ҡуйып, иң-иңдәрҙе билдәләп, бөтә балаларға ла бүләктәр тапшырҙылар. Был сара барыһына ла бик оҡшаны. Байрам йәрминкә менән тамамланды.

+1