Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

       28 октябрь Исламбай ауыл китапханаһында яҡташыбыҙ, билдәле шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡытыусылар араһында “Ижад емештәремде ҡалдырҙым һеҙгә, юғалта күрмәгеҙ берҙә!” исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Илһам, рух байрамына майҙан тоторға, шағирҙың йөрәк түренән сыҡҡан ижад емештәрен тамашасыларға еткерергә тип, 16 бәйгесе сәхнәгә сыҡты. Улар халыҡсан шағирыбыҙҙың шиғырҙарын бер уҡыусы менән сәхнәгә сығарҙылар. Бөрйән еренең матурлығын, тәбиғәттең гүзәллеген, халҡының ябайлығын маҡтап йырлаған шағирҙың шиғырҙары тамашасы күңелен берсә уйландырҙы, берсә һоҡландырҙы, берсә тетрәндерҙе. Һәр бәйгесенең шиғыры күңел ҡылдарын сыңлатырлыҡ, зиһендәрҙе уятырлыҡ көскә эйә булды. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Ололар араһынан 1-се урынға Маһира Хәйбуллина, 2-се урынға Раушания Ғәлиуллина, 3-сө урынға Хәлиҙә Ғәлиуллина лайыҡлы тип табылды, ә балалар араһынан 1-се урын Алик Ғәлиуллин, 2-се урын Әлфинә Әхмәтйәнова, 3-сө урын Илһам Кәримов лайыҡлы тип баһаланды. С.Ғәбиҙуллиндың әҫәрҙәрендә Бөрйәндең һәр үләне һөйләшә, һәр сәскәһе һағышлана, һәр ағасы һыҙлана кеүек. Ошо хистәрҙе бәйгеселәребеҙ тамашасыларға еткерә алдылар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

0