Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Йәнтөйәгем – тауҙарҙа

        31 октябрь Ҡолғана ауыл китапханаһында шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы китапханала “Йәнтөйәгем – тауҙарҙа” исемле хәтер кисәһе үтте. Был сарала ауылдашыбыҙ, “Баҙал” әҙәби берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Ғәбиҙуллин һәм Р. Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов ҡатнашты. Ул Самат Ғәбиҙуллин тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағир иҫтәлегенә арнап ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдейәрова Әлимә Рәшит ҡыҙы Самат Ғәбиҙуллиндың ижады менән таныштырҙы, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ шағирҙың ижад емештәрен яттан һөйләнеләр. Был сара уҡыусылар өсөн фәһемле, бик йәнле аралашыу булды.

0