Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шиғри тамсылар

     1 ноябрь көнө Байназар ауыл китапханаһында ауылыбыҙҙың шиғриәтте үҙ итеүселәре менән “Шиғри тамсылар” тигән кисә үтте. Сарала ҡатнашыусылар шиғриәт, районыбыҙҙан сыҡҡан шағирҙарҙың ижады хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алды. Бында Ф.Юмағужина, М.Кәрим, Ф.Абдуллина, Г.Юнысова, Н,Фәтҡуллинаның шиғырҙары Садиҡа Валиева,Фәниә Яҡшыбаева, Ғәзизә Юмағужиналар башҡарыуында яңғыраны.Шулай уҡ үҙҙәренең ижад емештәрен Минзәлә Һиҙиәтова, Фәнүзә Ишбаева, Фәнүзә Азангуловалар ҙа тәҡдим иттеләр. Ә инде яңы ғына ҡәләм тирбәтә башлаусы Шәүрә Буранбаева һәм Нәзифә Зәйнуллиналарҙың да үҙ шиғырҙарын уҡыуы кисәбеҙҙе нығыраҡ байытты.

 

0