Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәнғәт төнө – 2019

2 ноябрь  “Сәнғәт төнө – 2019” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында төрлө саралар үтте.  Балалар мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт иттеләр. Унда уларҙы төрлө әкиәт геройҙары һәм һынауҙар көтә ине. Батыр әтәс “Таныш булайыҡ”, “Нисек йәшәйһегеҙ” уйындары уйнатты, Ҡыҙыл Ҡалпаҡ викторина һорауҙары әҙерләгән һәм сәскәләр букеты эшләтте, Буратино “Ярата – яратмай ”(әйткән әйберҙе яратһалар – сәпәкәй итәләр, әгәрҙә яратмаһалар – тыпырлаталар) уйыны әҙерләгән, Буратиноны эҙләп килгән Мальвина “Эҫе – һыуыҡ” уйыны уйнатты, пазлдар төҙөттө. Уйын – көлкөнө ишетеп килгән Мәскәй әбей балаларға “Зверобика – һин ҡабатла” уйыны уйнатты (Мәскәй әбей күрһәтә, балалар уның артынан ҡабатлай). Сара күңелле үтте һәм балаларға оҡшаны.

 

0