Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөтмәҫ һөйөү таптым тыуған ерҙән…

     Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел, Нөгөш кеүек киң дә, моңлы ла, Баҙал, Мәсем,Юрматау кеүек бейек тә, уйсан да, урмандарыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштың үҙе кеүек ҡатмарлы ла Самат Ғәбиҙуллин ижады. Байғаҙы ауылы китапханаһы китапханасыһы Ғәбиҙуллина Ф. мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәргән “Бөтмәҫ һөйөү таптым тыуған ерҙән…”тип исемләнәгән хәтер кисәһе һеңлеһе Гүзәл Әбүзәр ҡыҙының иҫтәлектәре, бик күп йылдар Байғаҙы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Рәйлә Ғәзизйән ҡыҙының, Байғаҙы мәктәбенең абруйлы уҡытыусылары Зилә Кинйәбай ҡыҙының, Миләүшә Юлай ҡыҙының сығыштары, балаларҙың бейеүҙәре, Гәүһәр Мәхмүтованың шағир һүҙҙәренә “Йыр-моң булып” исемле йыры менән үрелеп барҙы. Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын ятҡа һөйләп почет грамотаһы һәм бүләктәр алып һөйөндөләр. Киләсәк быуын вәкилдәрен яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби мираҫы менән яҡындан таныштырып, уларҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһау кисәбеҙҙең төп маҡсаты булды.

0