Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Умартасылыҡ-борондан килгән шөғөл

    Умартасылыҡ – башҡорт халҡының борондан килгән кәсебе. Ата-бабаларыбыҙ электән ҡорт тотҡан, балдан бер ҡасан да өҙөлмәгән. Был шөғөл беҙҙең көндәргәсә һаҡланған.Эйе, балы татлы булһа ла, бал ҡортон тәрбиәләү ҙур тырышлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, бал ҡортондай егәрлелек талап итә. Ошо сифаттарға эйә булған Байназар ауылының егәрле умартасыларының береһе,10 йылдан ашыу ошо кәсеп менән шөғөлләнеүсе Гөлсөм апай Шәмиғоловаға Байназар ауылы китапханаһы китапханасыһы Аетбаева Роза балаларҙы экскурсияға алып барҙы. Гөлсөм апай балаларҙы умартасылыҡ кәрәк-ярағы менән таныштырғандан һуң, кәрәҙле балдан ауыҙ иттерҙе, уларҙың файҙаһы хаҡында һөйләне. Балаларға был осрашыу бик оҡшаны, хатта ҡайһы берҙәре киләсәктә ҡортсо булырға теләк белдерҙе.

0