Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әтек ауылында “Ҡоймаҡ байрамы” үтте

Әтек ауылы мәҙәниәт йортонда китапханасы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Ҡоймаҡ байрамы” үткәрҙе.
Байрамыбыҙ түрҙәренә
Беҙ саҡырҙыҡ ҡунаҡтар.
Ҡунаҡтарҙың килеүенә
Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.
Ҡоймаҡтың була төрлөһө
Әсеһе һәм сөсөһө
Күпергәне мамыҡ кеүек
Хатта селтәр төҫлөһө.
Ҡоймаҡ менән табын йыйыу
Электән килгән йола.
Бергәләшеп ашағанда
Ул бигерәк тәмле була – тип таҡмаҡтар менән башланып китте сара.
Байрам өҫтәлендә тары, бәрәнге, әсе, сөсө, эремсеккә төрөлгән ҡоймаҡтар булды.Ҡоймак оҫталары Байморатова Рәсилә Йосоп ҡыҙы, Иманғолова Гөлдәр Насип ҡыҙы, Баймөхәмәтова Гәуһәр Әүхәҙи ҡыҙы, Ямгурсина Рәйлә Янсаф ҡыҙы үҙҙәренең ҡоймаҡ рецебы менән таныштырып үттеләр. Мауыҡтырғыс сара аш – һыуға арналған йомаҡтарға, мәҡәлдәргә, викторина һорауҙарына яуаптар эҙләү, уйындар, бейеү менән аралашып барҙы. Байрам ҡоймаҡлап, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.

0