Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Кейеҙ һуғыуҙың нескәлектәрен өйрәнделәр

         Әтек ауылы китапхана эргәһендә ойошторолған “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары кейеҙ һуғыуҙын нескәлектәрен өйрәнеп, аҡ кейеҙ баҫтылар. Ең һыҙғанып эшкә тотонған ауыл уңғандары Иманғолова Әлфирә, Әбүбәкирова Нәйлә, Сөләймәнова Көнһылыу, Әхтәмова Лилиә, Байморатова Рәсилә, Абдрахманова Зәйтүнә һәм Байморатова Маһинур инәйҙәрҙең мөғжизәле, унған ҡулдарынан матур, тигеҙ, тығыҙ итеп баҫылған, яҡшы сифатлы кейеҙ барлыҡҡа килде. Эш уңайлы, ырамлы барһын өсөн өмәселәр йырлашып та, таҡмактар әйтешеп тә алдылар. Кейеҙ баҫыу бик мәшәҡәтле, күп көс, ваҡыт талап иткән шөғөл булһа ла, һөҙөмтәһе бик ҙур. Был кәрәкле, бөгөнгө көндә лә үҙ ҡиммәтен юғалтмаған шөғөл, артабан да үҙ урынын табыр. Киләсәктә эштәре уң һәм ниәттәре изге булһын!

0