Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тәмәке тартҡан – һаулығын юғалтҡан

      Уҡыусыларҙа сәламәт йәшәү рәүешен алып барыу теләге уятыу; тәмәке тартыуҙың кешенең эске донъяһына һәм тышҡы ҡиәфәтенә насар тәҫьир итә торған зарарлы ғәҙәт икәнлеген аңлатыу маҡсатында, 20 июнь көнө Исламбай ауылы китапханаһы китапханасыһы Әхмәтйәнова Флүзә “Тәмәке тартҡан – һаулығын юғалтҡан” исемле уйын- иҫкәртеү үткәрҙе. Балалар “Бирешмә” һәм “Дуҫлыҡ” командаларына бүленеп ярыштылар. Улар “һаулыҡ” һүҙенән һаулыҡҡа ҡағылышлы һүҙҙәр таптылар, тәмәке тартыусыға хат- мөрәжәғәт яҙҙылар, тәмәке тартыусы һәм тәмәке тартмаған кешенең һүрәтен төшөрҙөләр, тәмәкегә ҡаршы реклама эшләнеләр, дуҫына тәмәке тартырға тәҡдим итеүсене, әлбиттә, ҡаршы яуап алыуын сәхнәләштереп күрһәттеләр һәм викторина һорауҙарына яуап эҙләнеләр. Уҡыусылар тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны тураһында, кешелектең иң ҡурҡыныс дошманы – никотин тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. Балалар, “Мин тәмәке тартыуға ҡаршы” тигән саҡырыу – стендҡа үҙҙәренең ҡаршылыҡтарын белдереп, имзаларын ҡуйып, тәмәке тармаҫҡа һүҙ биреп таралыштылар.

0