Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Хәтер сәғәте үтте

    22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө. 78 йыл ваҡыт уҙһа ла, 1941 йылдың 22 июне халыҡ күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтер булып йәшәй. Илгә Еңеү килтергән һәр бер һалдатты беҙ хәтерләргә тейеш. Шул уңайҙан китапханасылар Роза Аетбаева һәм Гөлсиә Буранбаева Байназар балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәсе Утябаева Р.М.) менән обелиск янында әңгәмә үткәрҙе. Сараны бер минут тынлыҡтан башлап ебәрҙеләр. Һуғышта һәләк булған ауылдаштарын иҫкә алып, балалар обелискка сәскә һалдылар.

0