Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Етеҙҙәр һәм зирәктәр

      Уйындар балаларҙы тәрбиәләүҙә айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы ла, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы ла. Ябай ғына уйындар аша ла кескәйҙәрҙең иғтибарын, хәтерен, ихтияр көсөн һәм башҡа ыңғай сифаттарын тәрбиәләргә була. Ошо маҡсат менән 30 апрель Аҫҡар ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Етеҙҙәр һәм зирәктәр” исемле күңелле сара үткәрелде. Уйын формаһында үткән был сарала кескәйҙәр поездға ултырып мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлландылар. Балаларға билеттар алыу, юлға кәрәк-яраҡтар йыйыу өсөн төрлө ҡатмарлы һорауҙарға яуап табырға кәрәк ине. Әммә улар был һынауҙарҙы уңышлы үтеп, артабан юлға ҡуҙғалдылар. Сәйәхәт алдынан юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү, уларға юлда осраған ҡаршылыҡтарҙы еңел үтергә ярҙам итте. Алда сәйәхәтселәрҙе “Әкиәттә-ҡунаҡта”, “Хәрәкәттә-бәрәкәт”, “Тәбиғәт – беҙҙең дуҫыбыҙ” исемле туҡталыштар көтөп торҙо. “Әкиәттә – ҡунаҡта” туҡталышында балалар үҙҙәренең яратып уҡыған әкиәттәре буйынса һорауҙарға яуап таптылар, “Хәрәкәттә-бәрәкәт”тә төрлө-төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар,ә инде “Тәбиғәт-беҙҙең дуҫыбыҙ” туҡталышында ҡоштар, хайуандарға бәйле йомаҡтар систеләр, кроссворд эшләнеләр. Был ҡатмарлы ла, мажаралы ла уйын-сәйәхәт кескәй сәйәхәтселәргә бик оҡшаны.

0