Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡояш көнө билдәләнде

    3 май Яңы Усман моделле китапханаһында балалар менән Ҡояш көнөн билдәләп үттеләр. Матур ҡағыҙҙарҙан ҡырҡып ҡояш эшләнеләр, ҡояшҡа арналған шиғыр, әкиәт, хикәйәләр менән танышты балалар. Китапханасы Ҡамса Мортазиндың “Һаумы,Ҡояшҡай!” хикәйәһен уҡығас, әҫәр буйынса фекер алыштылар. Шулай уҡ Алина Ырыҫҡолова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Ҡояш йәйгә әйләнде” , “Ҡояш һөлгөһө”, Миңлегөл Хисамованың “Ҡайҙа ҡастың ҡояшым?” тигән шиғырҙарын ҡысҡырып уҡынылар.  Рәшит Солтангәрәевтың “Ҡояш ҡайтты” хикәйәһе, Кәбир Аҡбашевтың “Ҡояшты кем уята” әкиәте балаларға бик оҡшаны. Был әкиәтте ролдәргә бүлеп уҡыу шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Кисә аҙағынан үҙҙәре эшләгән ҡояш апай менән фотоға төштөләр.

0