Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тәмәке тартҡан – һаулығын һатҡан

   Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү маҡсатында 30 апрелдә үҙәк район китапханаһы китапханасылары С.Ишдәүләтова һәм А.Ғәбиҙуллина Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары өсөн “Тәмәке тартҡан – һаулығын һатҡан” тигән уйын үткәрҙе. Уҡыусылар “Сәскәләр” һәм “Ишмырҙа” исемдәре аҫтында ике командаға берләште. Уйын барышында ҡыҙҙар-егеттәр викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тәмәкесегә хат яҙҙы, сигареттарға антиреклама эшләп, һүрәт төшөрҙө. Тәмәке тартыуҙың зыянлы икәнен хатта сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Конкурстарҙа “Ишмырҙа” командаһыныҡылар айырыуса әүҙемлек күрһәтеп, иң күп балл йыйҙы. Уйын һуңынан сәләмәт тормош алып барыуҙа физкультура һәм спорттың әһәмиәтен иҫәпкә алып, бөтәһе лә эшләй алырлыҡ спорт күнегеүҙәрен иҫкә төшөрҙөләр.

0