Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милләт ҡото – ҡорама

21 февраль “Наши истоки. Читаем фольклор” Халыҡ – ара акцияһы сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалының 2-4 синыф уҡыусылары өсөн “Милләт ҡото – ҡорама”, “Балаҫ (тирүгә) һуғыу серҙәре” исемле саралар ойошторолдо.
Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә ҡалдырған иң мөһим мираҫы рухи байлыҡ. Рух һәм матди байлыҡтың үҙенсәлеге айырылғыһыҙ булыуы менән билдәле. Һәр кем үҙе йәшәгән ерен, әйберҙәрен үҙ зауығына ҡарап биҙәй. Матурлыҡҡа ынтылыу һәр кемгә хас. Тиренән, йөндән эшләнгән, бәйләнгән, һуғылған, тегелгән әйберҙәр күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың көнитмешендә айырым урын алып тора. Тирмәләрҙең эсен йыйыштырғанда ла, йылытҡанда ла, ер иҙәненә лә кейеҙ йә иһә балаҫ йәйелгән. Бигерәк тә балаҫтары айырылып торған. Уларҙы төрлө йөндәрҙән, туҡымаларҙан матур итеп эшләр булғандар.
Ғәлиәкбәр ауылы ағинәйе, балаҫ һуғыу оҫтаһы Исламбаева Хөснә инәй Ниғәмәт ҡыҙы балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәтте, балаҫ һуғыу станогы менән таныштырҙы.
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ – боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.
Ғәлиәкбәр ауылы ағинәйҙәре, ҡул эштәре оҫталары Әхтәмова Гөлдәр Миңлеғәле ҡыҙы һәм Байморатова Таңһылыу Зәки ҡыҙы үҙҙәренең ҡорамалары менән таныштырҙылар, ҡорама ҡорау серҙәрен һөйләнеләр.

0