Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Халыҡ ижады – аҫыл таш

    18 февраль “Наши истоки. Читаем фольклор” Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 2 класс уҡыусылары өсөн Килдеғол ауыл китапханаһында “Халыҡ ижады – аҫыл таш” исемле әңгәмә ойошторолдо. Әңгәмә барышында халыҡ ижады төрҙәре, райондан сыҡҡан ғалим -фольклорсылар тураһында һөйләп кителде. Артабан “Рухи байлығыбыҙ” исемле мини-музейға экскурсия ойошторолдо. Мини-музейға ҡуйылған экспонаттар уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы. Перо менән һәр кем яҙып ҡараны. Йомаҡ ҡойоп, әкиәттәр буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, “Ҡайһы әкиәттән?”исемле уйында ла ихлас ҡатнаштылар.

0