Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әкиәт илендә

Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ,
Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы!
Ниндәй моңһоу булыр ине икән
Әгәр ерҙә тылсым булмаһа…
Бик борондан килә әкиәттәр,
Яҙылмаған улар бер көндө.
Йылдар үтә, һыуҙар аға,
Ә әкиәт йәшәй бөгөн дә!
Әкиәт – халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны “ҡарһүҙ” тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған “Аҡыллы һүҙ” тигәнде аңлата, йәғни ҡара замандан(бик борондан) һөйләнеп килгән һүҙ. Һеҙҙең күбегеҙҙең өлкәндәрҙең әкиәт һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бар. Ул, ғәҙәттә, “ борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай”, тип башлана һәм “әле лә йәшәп яталар, ти”, тип тамалана.
Бала саҡ тураһында иң яҡты иҫтәлектәр әкиәттәр менән бәйле. Изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, дуҫтар һәм һатлыҡ йәндәр тураһында тәүге һабаҡтар нәҡ әкиәттәрҙән башланды. Нәҡ әкиәттәр аша беҙ хыялдарыбыҙҙа булһа ла Ҡамыр батырға, Урал батырға, Һыуһылыуға, Һомайға әүерелдек. Әкиәттәр үҙендә халҡыбыҙҙың бөтмәҫ аҡылын туплай, уларҙа беҙҙең отҡорлоҡ та, зирәклек тә, матурлыҡта, аҡыллылыҡ та сағыла.
18 февраль “Наши истоки. Читаем фольклор” Халыҡ – ара акцияһы сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалының “Йәйғор” балалар баҡсаһының мәктәпкәсә төркөмөндә “Әкиәт илендә” исемле кисә ойошторолдо. Балалар “Таң – батыр” башҡорт халыҡ әкиәте, “Тирмәкәй”, “Шалҡан” рус халыҡ әкиәттәре менән таныштылар. “Тирмәкәй”, “Шалҡан” әкиәттәрен сәхнәләштереп уйнанылар.

0