Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Студенттар менән осрашыу үтте

        11 ғинуарь Исламбай ауыл китапханаһында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусы Зөбәржәт Кәримова менән “Студент – ул лирика, романтика һәм… “буш кәҫә”” тип исемләнгән студенттар менән күңелле осрашыу үткәрелде. Йәштәр үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында матур итеп һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙылар, студент тормошоноң ҡыҙыҡлы осорҙарын иҫләнеләр, студент юрамыштарына туҡталдылар, мәҫәлән, имтихан алдынан сәс йыуырға, тырнаҡ киҫергә ҡәтғи тыйыла: булған ғына белемеңде ҡырҡып, йыуып төшөрәһең икән. Ә иртәгә имтихан була тигән көндө “зачетка”ңды төнгө сәғәт ун икелә тәҙрә аша тышҡа сығарып “Халява ловись!” тип өс тапҡыр ҡысҡырыр кәрәк икән. Бына шулай! Белемле булам тиһәң барыһына да эшләп, барыһына ла күнәһең икән! Кисә аҙағында студенттар һәм уҡыусылар төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар, әйтем-йомаҡтар аша белемдәрен күрһәттеләр. “Барлыҡ һөнәрҙәр ҙә яҡшы, барлыҡ һөнәрҙә кәрәк” икәненә төшөндө уҡыусылар. Йәшлекте шағирҙар тумаланған бөрө менән сағыштыра. Был раҫтыр. Әле асылмаған бөрө эсендә ниндәй урман шаулаясағы киләсәк эше булһа ла, бөгөнгө студенттарыбыҙ – илебеҙ йәме, киләсәгебеҙ тотҡаһы.

0