Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Саф һауа – йәнгә дауа

       11 ғинуар көнө Аҫҡар ауыл мәҙәниәт йорто янында саф һауала “Саф һауа – йәнгә дауа” исемле күңелле спорт ярыштары үткәрелде. Клуб янына йыйылған балаларҙы, атай- әсәйҙәрҙе төрлө-төрлө һынауҙар көтөп торҙо. Улар ике командаға бүленеп саңғы ярышы, сана һөрәшеү, арҡан тартышыу, туп менән йүгереү кеүек етеҙлекте һынаған уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Ярышта ҡатнашыусы барыһын да йылы самауыр сәйе һәм өҫтәл тулы тәмлекәстәр көтөп торҙо. Барыһы ла тәмле сәйҙән ауыҙ итеп, кустәнәстәр алып таралыштылар.

 

0