Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Китапханалар төнө-2016” Аҫҡар ауыл китапханаһында

         Аҫҡар   ауыл   китапханаһында   “Китапханалар    төнө-2016»     үткәрелде.  Был   сара  йылда тиерлек      үткәрелгәнгә, китап уҡыусылар ҙа, халыҡ та көтөп ала. Быйылда китапханаға кескәйҙәр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә бик әүҙем йыйылды. Башланғыс синыф уҡыусылары араһында  шашка, шахмат уйындары менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ҡыҙыу ярыш ойошторолдо.

        Быйылғы кино йылына арнап китапханала «Киноларҙа – заман ағышы” исемле китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Балалар киноның килеп сығышы , беренсе фильмдар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тыңланылар. Бәләкәй кескәйҙәр һәм 1-4 –се синыф уҡыусылары араһында «Минең яратҡан йәнһүрәт геройҙарым»  исемле викторина үткәрелде. Йәнһүрәтте ҡарарға яратҡан балалар был уйында ла бик теләп ҡатнаштылар. Уйын аҙағында уларға уҙҙәренең ҡыҙыҡһынып ҡараған йәнһүрәттәре күрһәтелде.

       Үҫмерҙәр өсөн хәҙерге заман проблемаларын күтәргән «Туҡта һәм Уйлан!» исемле фәһемле әңгәмә үтте. Түңәрәк өҫтәл артында ойошторолған асыҡ һөйләшеү 7-11-се синыф уҡыусылары араһында бик йәнле ойошторолдо. Шулай уҡ уларға Т.Даянованың «Ышан, урман !» әҫәре тәҡдим ителде. Сөнки был повесть киләсәктә уҡыусыларға ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡанда юғалып ҡалмаҫҡа, ысын мәғәнәһендә кеше булып ҡалырға саҡыра. Әңгәмә насар ғәҙәттәргә баш эймәй, маҡсатҡа ынтылып йәшәргә өндәне.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әҙерләнгән  “Матурлыҡ дәрестәрендә»  һәр кем ҡуллана һәм эшләй алырлыҡ , ябай һәм файҙалы рецептар өйрәтелде. Сараға фельдшер Гөлфиә Ғәлиуллинаны ла саҡырылды. Уның ҡатын-ҡыҙ һаулығы һәм уны нисек һаҡлау хаҡында һөйләүе бик фәһемле булды.

         Мәҙәниәт йорто директоры Фәрзәнә Ғәбиҙуллина « Көнсығыш бейеү серҙәре һәм уның һаулыҡҡа йоғонтоһо” тураһында һөйләп , бейеү серҙәренә өйрәтте. Оло йәштәгеләр ҙә, йәштәр ҙә ихлас күңелдән бейергә өйрәнделәр.

        Сара аҙағында барыһы ла боронғо матур уйындарҙы уйнап , йырлап- бейеп күңел астылар. Кисә күңелле сәй табыны менән тамамланды.

0