Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шиғриәт – үҙе бер донъя

Шиғриәт ул – көйлө һүҙҙәр, шиғыр, ҡобайыр, йырҙар. Шиғриәттә халҡыбыҙҙың яҙмышы сағылалыр. Шиғриәттең донъяһы ул – тылсымлы, серле донъя. Шиғыр яҙыусылар уны күңеле менән тоя.
22 март Яуымбай ауыл китапханасыһы Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы Саяхова Сәйҙә Ғабдинур ҡыҙы менән берлектә 6-сы синыф уҡыусылары өсөн “Шиғриәт – үҙе бер донъя” исемле кисә үткәрҙе. Шулай уҡ сараға районыбыҙҙан сыҡҡан шағирҙарҙың китаптарынан “Һоҡланыу тыуҙыра яҡташтар ижады”
тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Уҡыусылар күргәҙмәләге китаптар менән яҡындан танышты. Яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙарын ҡысҡырып уҡынылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар, шуныһы билдәле булды бик күптәре шиғыр уҡырға яраталар икән. Һәр саҡ шулай шиғри күңелле булып ҡалығыҙ, кескәй дуҫтарыбыҙ!

+1