Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡоймаҡ байрамы булып үтте

2 март  Килдеғол ауылы мәҙәниәт йортонда “Донъя – яйы менән, ҡоймаҡ – майы менән” тип исемләнгән Ҡоймаҡ байрамы булып үтте.
Байрамда ауылдың уңған хужабикәләре, “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле, ут күршеләре Әбделмәмбәт ауылынан “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле, Ҡолғана ауылынан “Тамъян гәүһәрҙәре” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары тарафынан ниндәй генә ҡоймаҡтар ҡойолмағайны… Сөсөһө, әсеһе, ҡалыны, йоҡағы, төҫлөһө, селтәрлекәйе, маныйҙыҡы, тарыныҡы, ыуыҙ ҡоймағы – һанап бөткөһеҙ. Һәр кемдең үҙе генә белеп бешергән рецепттары, сере бар.
Байрамда ҡатнашыусы командалар таныштырыу, ҡоймаҡты яҡлау, уны бешереү серҙәре менән бүлештеләр, аш – һыуға арналған йомаҡтарға, викторина һорауҙарына яуаптар эҙләнеләр, уйындар уйнанылар, музыкаль сәләм тапшырҙылар. Жюри һөҙөмтәләре буйынса “Тамъян гәүһәрҙәре” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары 1 урынға, “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары 2 урынға, “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары 3 урынға лайыҡ булдылар. Ә инде “Иң оло, оҫта ҡоймаҡ бешереүсе” номинацияһына Искужина Сәғиҙә Нәбиулла ҡыҙы, “Тәмле ҡоймаҡ бешереүсе” номинацияһына Ғиляжова Нәйлә, Ҡарағолова Рита, Билалова Зарима эйә булдылар. Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Төлкөбаева Тансулпан Айрат ҡыҙы байрамда ҡатнашыусыларға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ кисәгә йәм өҫтәп, 4 китап авторы Зәйтүнә Айытбаева үҙенең шиғри күстәнәсен бүләк итте.

+2