Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китаптың исем туйына саҡырабыҙ

Ҡәҙерле дуҫтар, әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла 23 февраль Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йортонда үтәсәк яҡташыбыҙ, талантлы йәш шағирә Айгөл Йәмилева – Ғәбитованың “Дауылдан һуң” исемле шиғырҙар китабының исем туйына саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Йәмилева (Ғәбитова) Айгөл Илгиз ҡыҙы 1994 йылдың 9 февралендә Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуған. Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡыған. Шиғриәткә, әҙәбиәткә иртә килә – бала саҡтан шиғырҙар һәм хикәйәләр ижад итә. Беренсе шиғырҙар йыйынтығын гимназия йылдарында – “Илһам шишмәләре – 2011” төбәк-ара шиғриәт фестиваленә сығарҙы. Студент йылдарынан республика баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә – “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында, “Йәшлек”, “Башҡортостан”гәзиттәрендә баҫыла. 2016-2018 йылдарҙа-“Башҡортостан” республика ижтимағи – сәйәси гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе; 2018-2021 йылдарҙа-“Башҡортостан”республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе. 2020 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – “Аҡбуҙат” республика балалар журналының бүлек мөдире.

2016 йылда “Әҙәби нағыш”китабы сиктәрендә “Ямғыр вальсы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы, 2019 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ” Йәш тауыштар ” серияһында “Ҡапма-ҡаршылыҡтар”шиғырҙар китабы донъя күрҙе. 2021 йылда “Шағир мөхәббәте”исемле шиғырҙарының аудиоальбомын сығарҙы.

 

+2