Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сталинград: дәһшәтле һуғыш шаңдауы

2 февраль немец илбаҫарҙарының Сталинград ерендә ҡыйратылыуына 80 йыл. Ошо көнгә ҡарата Нәби ауыл китапханаһында төрлө йәштәге балалар өсөн “Сталинград: дәһшәтле һуғыш шаңдауы” исемле батырлыҡ дәресе үткәрелде. Балаларға Сталинград һуғышы,ҡаты һуғыш ваҡытында совет халҡының тиңдәшһеҙ батырлығы хаҡында мәғлүмәт бирелде. Шулай уҡ, был сараға ошо һуғышта ҡатнашып, ҡаһарман батырлыҡтар курһәткән Маликов Зәки Рамазан улының ҡыҙы Һатыбалова Сәрүәр Зәки ҡыҙы ла саҡырылды. Ул уҡыусыларҙы атаһы тураһында иҫтәлектәр, хаттар, фотолар менән таныштырҙы.

+1